Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2022, 14:04

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

–  Белореттан ике эшҡыуар махсус хәрби операцияға мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ өсөн үҙ аҡсаһына УАЗ автомобиле, ике бензинлы электр генераторы, ун радиостанция, алты мобиль мейес-буржуйка, егерме йомшаҡ носилка һатып алды. Был һатып алынған автомобилгә гуманитар йөк тейәлеп, беҙҙекеләр урынлашҡан урынға юлланды ла инде, ә әйберҙәрҙең ҡайһы бер өлөшөн Өфөгә Салауат Юлаев исемендәге батальон өсөн алып барып ҡайттыҡ. Күп кешеләрҙең мобилизацияланған егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүен күрәм. Беҙҙең һалдаттарға ярҙам иткәндәре өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм! – тип яҙа интернет селтәрендәге сәхифәһендә  Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.  

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ. Кешеләрҙең изге ғәмәлдәре үҙҙәренә икеләтә-өсләтә сауап булып ҡайтһын.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в