Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2022, 12:38

Баймаҡта минус 38 градус!

Бындай һыуыҡты күргәнебеҙ юҡ ине әле. Баймаҡтың ҡайһы ауылында тип уйлайһығыҙ? 

Баймаҡта минус 38 градус!
Баймаҡта минус 38 градус!

Быйыл ҡыш тәүге көндән үк дилбегәне ҡаты тота - сатлама һыуыҡтар башланды. Бөгөн хатта таулы райондарҙа термометр бағанаһы минус ҡырҡҡаса тәгәрәне. Яҙылыусыларыбыҙ социаль селтәрҙә төрлө ерҙән термометрҙы фотоға төшөрөп ебәрә. 

Бөгөн иртән Белорет районының Сосновка ауылында минус 41 градус күрһәткән. Ә Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылында минус 38-39 самаһы һыуыҡ. Һуңғыһын Үрге Иҙристән Лилиә Мусина ебәргән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: