Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2022, 13:43

Бөгөн – йоҡларға яратыусылар көнө

Ҡояш йөрөп йыраҡтарҙа,Ҡайтып төшә офоҡтарғаЙоҡларға, йоҡларға... #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.  

Бөгөн – йоҡларға яратыусылар көнө
Бөгөн – йоҡларға яратыусылар көнө

ЙОҠЛАРҒА, ЙОҠЛАРҒА!

Роза Сәхәүетдинова көйө
Муса Сиражи шиғыры

Ҡояш йөрөп йыраҡтарҙа,
Ҡайтып төшә офоҡтарға
Йоҡларға, йоҡларға.

Ҡуяндар ҙа яландарҙа
Саба-саба арығандар ҙа
Боҫҡандар, ти, ҡыуаҡтарға
Йоҡларға, йоҡларға.

Күр, уттар ҙа күҙен йомдо
Күп йорттарҙа.
Ай ҙа сумды болоттарға
Йоҡларға, йоҡларға.

Ваҡыт инде әкиәткә
Туҡтарға, туҡтарға!
Урын йәйәм ҡурсаҡтарға
Йоҡларға, йоҡларға.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: