Бөгөн Баймаҡтан эшҡыуар Илсур Нәбиуллиндың «Әсә ял итергә лайыҡлы» проекты хаҡында яҙғайныҡ. Эшҡыуар проектты үҙенең хәләл ефете, йырсы Әлиә Исҡужина һәм дуҫтары ярҙамында ойошторған. Мәрхәмәтле йүнселдәр Башҡортостандың төрлө райондарынан бөтәһе 12 әсәгә «Яҡтыкүл» шифаханаһына юллама бүләк иткән.
Бөгөн әсәләр үҙ сиратында рәхмәтен белдерҙе һәм йыр-бүләк юлланы.
- Рәхмәтемдең сиге юҡ, шундай шифалар алып, күңелдәр күтәрелеп йөрөп ҡайттыҡ, Аллаға шөкөр. Илсур менән Әлиә Нәбиуллиндарға һәм проектта ҡатнашҡан дуҫтарына рәхмәт. «Яҡтыкүл» шифаханаһында эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт. Һәр икегеҙгә уңыштар юлдаш булһын, - тип яҙа Кинйәбикә Фәйзуллина.