-18 °С
Болотло
- 27 ноябрҙә, Әсә көнөндә, беҙ тура эфирҙа «Мама заслужила отдых» хәйриә проектының еңеүселәрен билдәләнек. 12 әсәне «Яҡтыкүл» шифаханаһына бер аҙналыҡ ялға ебәрҙек!
Конкурста республикабыҙҙың төрлө районынан 189 әсә ҡатнашты. 8 еңеүсене махсус ҡушымта (Рандом) ярҙамында, ә ҡалған дүртәүһен мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән, улдары СВО-ла ил һаҡлаған әсәләр араһынан һайлап алдыҡ. Әсәләрҙең береһе дүрт улын, икенсеһе 2 улын СВО-ға оҙатҡан.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Бөтә әсәләргә лә файҙалы ял һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар теләйбеҙ! - тип яҙа Илсур.
Был хәйриә проектын ойоштороуҙа республикабыҙҙың ун эшҡыуары һәм «Яҡтыкүл» шифаханаһы етәкселеге ҡатнашҡан. Афарин, изге күңелле яҡташтар!