+15 °С
Болотло
Башҡортостан һәм Удмурт республикаһы араһындағы административ-биләмә сиген тасуирлау буйынса документтар Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелгән.
«Участокты ентекләп өйрәнеү маҡсатында үткәрелә. Килешеү буйынса эштәр тамамланыу стадияһында», - тип белдерҙе БР ер мөнәсәбәттәре министры Н. Полянская.
Атап әйткәндә, эштәр Краснокама районының Һаҡлау ауылында алып барыла. Сиктең дөйөм оҙонлоғо - 7,4 саҡрым. Сикте билдәләү төбәктәрҙең майҙанын һәм конфигурацияһын үҙгәртмәгән.
Бөгөнгә шулай уҡ Башҡортостандың Пермь крайы (2018), Свердловск өлкәһе, Силәбе өлкәһе (2021) менән сиктәре лә аныҡланған. Әлегә Ырымбур өлкәһе менән эш дауам итә.