Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2022, 12:49

Яңы йыл алдынан мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 20-шәр мең һум аҡса түләнәсәк!

Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Яңы йыл алдынан мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 20-шәр мең һум аҡса түләнәсәк!
Яңы йыл алдынан мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 20-шәр мең һум аҡса түләнәсәк!

Мобилизацияланғандарға, уларҙың ҡатындарына, бәлиғ булмаған балаларына, шулай уҡ колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкә тиклемге балаларына бер тапҡыр бирелә торған 20 мең һум тураһында Указға ҡул ҡуйылған.

«Мобилизацияланған егеттәребеҙ бер нисә ай инде сир ерҙә көрәшә. Улар Яңы йыл байрамдарын ғаиләһенән алыҫта билдәләргә мәжбүр. Бының өсөн Яңы йылға бюджеттан аҡса бүлдек. Беҙҙең бүләк илебеҙҙе яҡлаусыларға ярҙам булыр һәм уларҙың ғаиләләрен шатландырыр тип ышанам. Аҡса күсереүҙең һуңғы көнө - 26 декабрь», - тине Радий Хәбиров.


Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: