Бер сәғәт эсендә бер нисә эшкә тотонмағыҙ. Былай итеү уларҙың бәзеһенән мәхрүм ҡалыуға сәбәпсе була. Башланған эште шатлыҡ, ихласлыҡ менән дауам итегеҙ.
Бөгөн тамамлау мөмкинлеге бар эште иртәгәгә ҡалдырмағыҙ.
Эште ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлауға түгел, ә уны хуш күңел менән таҙ, тәртипле башҡарыуға иғтибар итегеҙ. Ваҡыт бушҡа үтмәһен, аҙаҡ үкендермәһен.
Яҡшы башланған эштең аҙағы ла ҡыуандырыр.
Эште кеше күрһен, маҡтаһын өсөн түгел, ә файҙаһы булһын тип башҡарығыҙ.
Мөмкинлегегеҙҙе артыҡ баһалап, көсәнмәгеҙ. Был ауырыуға сәбәп була. Эшләгеҙ һәм файҙа өмөт итегеҙ. Хеҙмәтегеҙ ялҡытмаһын, тик шатлыҡ килтерһен. Бындай эш, ни ҡәҙәр ауыр булһа ла, еңел күренә.
Һөнәрегеҙҙе көндән-көн арттырығыҙ. Бөгөнгөһө менән риза булыу, түбән ҡалыуҙан һаҡланмау – һиммәтһеҙ кешеләрҙең ғәҙәтелер.
Ризаитдин Фәхретдиновтың нәсихәттәренән.