«Минең исемем Фирҙәүсә. Миңә 25 йәш. Мин Ҡырмыҫҡалы районының Мөкәй ауылында тыуып үҫтем. Бала саҡтан көләс йөҙлө, тыйнаҡ, тиктормаҫ булып үҫтем.
Табип булырға хыял итә инем. 2015 йылда мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Өфө медицина колледжына уҡырға индем. Бөгөн БДМУ-ның педиатрия факультетында уҡып та, шәфҡәт туташы булып эшләп тә йөрөйөм.
Буш ваҡытымда, әлбиттә, атай-әсәй йортона ҡайтырға ашҡынам, уларға ярҙам итергә, тәмле аштар бешерергә яратам. Еңел атлетика менән мауығам, йырлайым», - тип яҙа Фирҙәүсә.
Афарин! Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын!
Дуҫтар, шулай уҡ гәзитебеҙ төркөмөндә барған «Йыл премьераһы» конкурсына йомғаҡ яһалды, унда А. Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрының «Их, күгәрсенкәйҙәрем» спектакле еңеү яуланы! 2-се урынға - «Әсмә йәки ғәмәл вә яза» спектакле (М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры), өсөнсөгә Салауат башҡорт дәүләт драма театрының «Тоғролоғо» лайыҡ булды.