Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2022, 10:07

Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ, Тимур Дәүләткилде улы!

Хәйбулла районы Советы рәйесе Тимур Рәмов үҙ теләге махсус хәрби операцияға юлланған.

Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙә яҙҙы.

- Бөгөн муниципаль район Советы рәйесе Тимур Дәүләткилде улы тыуған көнөн билдәләй. Бөгөн Тимур Дәүләткилде улы Салауат Юлаев исемендәге батальонға ирекмән булып яҙылды һәм бөгөн хәрби әҙерлек үтә. Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Тыуған көнөндә уға һаулыҡ, уңыштар һәм тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ! - тип яҙа Рөстәм Шәрипов.

Ихлас теләктәргә ҡушылабыҙ. Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ, Тимур Дәүләткилде улы!

Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ, Тимур Дәүләткилде улы!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ, Тимур Дәүләткилде улы!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в