Рәсәй Оборона министрлығының телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, хәрбиҙәрҙең шәхси хаттарын ебәреүҙе тәьмин итеү өсөн хәрби частар фельдъегерь-почта элемтәһе бүлексәләренә беркетелгән. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандары үҙҙәренең хаттарын, посылкаларын «Рәсәй почтаһы»ның яҡындағы бүлексәләре аша ебәрә ала. Уның адресы: «103400, Мәскәү ҡалаһы, хәрби часть номеры». Хәрби частарҙың адрестарын саҡырылыш урыны буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәренән йәки хәрби комиссариаттарҙан белергә мөмкин. Хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә өйҙәренә хат ебәрә ала. Бының өсөн һәр хәрби хеҙмәткәр почта конверттары һәм яҙыу кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителәсәк.