Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2022, 13:36

Флүрә Килдеярова менән Гөлдәр Моратова

Учалылар. 90-сы йылдар.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Флүрә Килдеярова менән Гөлдәр Моратова
Флүрә Килдеярова менән Гөлдәр Моратова

Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова 1951 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Илтабан ауылында тыуған.

Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған.

1970-1974 -Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтында уҡый.

1968-1970 - Учалы районы Ҡунаҡбай мәктәбендә уҡытыусы.

1974-1975 йылдарҙа - БАССР Хор йәмғиәтенең өлкән методисы

1975-1983 - Учалы балалар музыка училищеһы уҡытыусыһы

1991-1995 йылдарҙа - Учалы музыка училищеһында фольклор бүлеге мөдире.

1995 - 2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры.

2021 йылдың 19 мартында Гөлдәр Моратова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

 

Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15 ғинуар 1952 йыл) — опера йырсыһы (сопрано), педагог. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1989—2014 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1992—1997 йылдарҙа һәм 2000 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (2013), Пётр сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).

Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәрова 1952 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ы[1] Учалы районының Илсеғол ауылында тыуған. 1981 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған.

1981 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1989 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы,. — Көйҙәрҙе мин тиҙ отоп ала торғайным, — тип хәтергә ала йырсы. — Радионан тыңлап отоп, хатта Салауат арияһын йырлап йөрөй инем. Миңә элек-электән етди музыка оҡшаны, классик ариялар, романстар тыңларға яраттым. Шуға күрә һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, һис икеләнмәй, йырсы булам, тинем. Сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә алманылар, хор дирижерлығы бүлегенә уҡырға индем. Имтиханда «Таштуғай» менән «Былбылым»ды йырланым.

Флүрә Әхмәтша ҡыҙының репертуарында рус, сит ил, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары. Килдейәрованың йырсы булараҡ оҫталыҡ кимәле башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөһө булған оҙон көйҙө башҡарыуында күренә. Ул Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы булып тора. — Халыҡ йырҙарын башҡарып, мин бөтә Еропаны — Германия, Бельгия, Голландия, Венгрия, Румыния, Польша, Италия, Франция — буйлап йөрөп сыҡтым, — тип һөйләй Флүрә Килдейәрова. Фольклор программаһы менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Копенгагенда сығыш яһай. Германияла Дрезденда, Лейпцигта, Һаллела була. 2006 йылда Флүрә Килдейәрова үҙ тормошо һәм ижады хаҡында «Урал ынйыһы» китабын сығара.

2022 йылда 70 йәшлек юбилейы айҡанлы йырсы республиканың Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: