ХОҘАЙБИРҘИН Шәһит Әхмәт улы (9.10.1896, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бесәнсе а., хәҙ. БР-ҙың Күгәрсен р-ны Хоҙайбирҙин а., — 21.12.1924, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1917 й. алып һул эсерҙар партияһы, 1918 й. башлап РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1917 й. майынан Өфө мосолман хәрби шураһы башҡарма ком-ты, дек. — Өфө губ. революцион трибуналы ағзаһы. 1918 й. алып Өфө губернаһының милләт эштәре б-са комиссар урынбаҫары, бер үк ваҡытта башҡорт эштәре комиссияһы рәйесе, Үҙәк мосолман комиссариатының башҡорт бүлеге мөдире. Граждандар һуғышы йылдарында 1918 й. дек. башлап Минзәлә өйәҙ хәрби комиссариатының хәрби комиссары урынбаҫары, 1919 й. апр. алып Беренсе армияның 20-се уҡсылар дивизияһы 1-се башҡорт кавалерия дивизионының сәйәси комиссары, июндән Өфө губерна революцион комитеты ҡарамағындағы мосолман эштәре б-са бүлек мөдире, Стәрлетамаҡ нығытмалы районының Хәрби оборона советы ағзаһы. 1919 й. дек. башлап Бөрйән‑Түңгәүер кантоныныңхәрби-революцион ком-ты рәйесе, бер үк ваҡытта РКП(б)-ның кантон ком-ты секретары. 1921 й. февр. — июлендә Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты рәйесе, 1921 й. нояб. — 1922 й. майында РКП(б)-ның Башҡ-н өлкә ком-ты секретары, 1922 й. алып игенселек б-са халыҡ комиссары урынбаҫары, 1923 й. башлап эске эштәр б-са халыҡ комиссары, 1924 й. БАССР ХКС-ы рәйесе урынбаҫары. 1921—22 йй. Башҡ-н өлкә асығыусыларға ярҙам комиссияһы етәксеһе. Республикала наҙанлыҡты бөтөрөүҙе ойоштороусыларҙың береһе. Х. етәкс. хәҙ. башҡорт әҙәби теле нормаларын төҙөү һәм уны респ. дәүләт теле булараҡ ғәмәлгә индереү б-са эш алып барыла. Башҡортостанда революция (1917) һәм Граждандар һуғышы ваҡиғаларын сағылдырған 30-ға яҡын хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Байраҡ орд. м-н бүләкләнгән (1921). Уның исеме м-н тыуған ауылы, БР торама пункттарындағы урамдар, Баймаҡ машиналар эшләү з-ды (ҡара: Баймаҡ ҡойоу‑механика заводы) аталған. Х. тыуған ауылында Хоҙайбирҙин Ш.Ә. музейы, Өфөлә – Хоҙайбирҙин Ш.Ә. йорт‑музейы асылған. Хоҙайбирҙин а., Баймаҡ һәм Өфө ҡҡ. һәйкәл, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Уның ис. дәүләт премияһы булдырылған.
"Башҡорт энциклопедияһы."
Юлай Кәримов фотоһы.