Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2022, 17:00

«Бөтә Рәсәй менән уҡыйбыҙ!»

Уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар  «Бөтә Рәсәй менән уҡыйбыҙ!» Бөтә Рәсәй проектында ҡатнашырға саҡырыла.

«Бөтә Рәсәй менән уҡыйбыҙ!»
«Бөтә Рәсәй менән уҡыйбыҙ!»

Уның маҡсаты: уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларҙы китап уҡырға йәлеп итеү.

Ҡатнашыу ҡағиҙәһе ябай:

- яратҡан китабығыҙҙан өҙөк уҡып, бәләкәй генә видео төшөрөгөҙ;

– видеоны үҙегеҙҙең сәхифәгеҙгә ҡуйығыҙ;

– китаптың авторы һәм уның ҡыҫҡаса сюжеты хаҡында һөйләгеҙ, әммә уның нимә менән бөтөрөн әйтмәгеҙ;

- ошо проект тураһында һөйләгән уҡытыусыны һәм проект авторҙарының береһен билдәләп үтегеҙ;

– ошо хэштектарҙы ҡуйығыҙ:

 #ЧитаемвсейРоссией #ФКРзачтением #ЧитаемШколой #ЧитающаяШкола

Әйҙәгеҙ, бергәләп уҡыйыҡ. Башҡортостан Республикаһы – китап уҡыусы республика.

Тулыраҡ ошо һылтанма буйынса мәғлүмәт алырға мөмкин: https://vk.com/wall-204936543_173256

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: