Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2022, 15:31

4 декабрь — Халыҡ-ара Конькиҙа шыуыу көнө

Көҙгөләй боҙҙан Үттек шыуышып...   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

4 декабрь — Халыҡ-ара Конькиҙа шыуыу көнө
4 декабрь — Халыҡ-ара Конькиҙа шыуыу көнө

БЕҘҘЕҢ КАТОКТА

Көҙгөләй боҙҙан

Үттек шыуышып,

Бер-беребеҙҙе

Киттек ҡыуышып.

Ялтыр боҙ шыжлай

Аяҡ аҫтында,

Шат йыр яңғырай

Алыҫ-алыҫҡа.

Ҡурҡытмай беҙҙе

Ҡышҡы һыуыҡ та,

Һәр саҡ күңелле

Беҙҙең катокта.

(Н.Иҙелбай)

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: