Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2022, 00:32

«Ейәнсурам – тыуған төйәгем, һин тип тибә минең йөрәгем»

Баш ҡалабыҙҙың «Химик» мәҙәниәт һарайы ейәнсураларҙың яратҡан урынына әйләнде. Быйыл уларҙың осрашыуы икенсе тапҡыр тап ошонда үткәрелә. Матур сараны «Ейәнсура» яҡташтар ойошмаһы һәм Ейәнсура районы хакимиәте ойошторҙо.

«Ейәнсурам – тыуған төйәгем, һин тип тибә минең йөрәгем»
«Ейәнсурам – тыуған төйәгем, һин тип тибә минең йөрәгем»

Матур осрашыуға килеүселәр Ейәнсурала етештерелгән тауарҙар күргәҙмәһе менән танышып, яҡташтарҙың уңғанлығына тағы  бер тапҡыр инанды. Ысынлап та, һоҡланырлыҡ шул! Шәлен, ойоҡбаш-бейәләйҙәрен дә бәйләйҙәр, селтәрҙәре лә күҙҙең яуын ала, кейеҙ һуғыу эштәрен дә яҡшы беләләр. Күргәҙмәлә талҡан, сығартылған көнбағыш майы, бал да тәҡдим ителде.  Өфө лимонарийы ла үҙенең күргәҙмәһен ҡуйғайны.

Тамаша залында ейәнсураларҙы район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов сәләмләп, быйылғы башҡарған эштәргә, уңыштарға йомғаҡ яһаны. Үткән осрашыуҙа ҡуйылған маҡсаттарҙың күбеһе атҡарылған, районды төҙөкләндереү, матурлау эштәре киләсәктә лә  дауам ителәсәк. Дәмин Марат улы әйтеүенсә, 77 ир-егет махсус хәрби операцияға мобилизацияланған. Уларҙың ғаиләләре иғтибарһыҙ ҡалдырылмай, һәр саҡ ярҙам күрһәтелә. Район хакимиәте башлығы ойошма эшмәкәрлегендә әүҙем эше  һәм Ейәнсура районына индергән үҙ өлөшө өсөн баш мөхәрриребеҙ Артур Дәүләтбәковты, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Заһир Иҫәнсуринды, «Дельрус» директоры Рәхим Мәһәҙиевты, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинды   Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Ейәнсураларҙың осрашыуында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡатнашып, исемле сәғәт һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. «Ейәнсура» яҡташтар ойошмаһы рәйесе Азат Аҡманов ойошма эшенә йомғаҡ яһаны.

Осрашыуҙа   Рәсүл Ҡарабулатов, Лилиә Ишемйәрова, Заһир Иҫәнсурин, Илсур Тайсин һәм башҡаларҙың йыр-моңдарын тыңлап, дәртле бейеүҙәргә илһамланып, тыуған төйәгебеҙгә әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ.   

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в