Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2022, 10:20

Етемдәргә, мөмкинлеге сикләнгәндәргә мөғжизә бүләк ит

Яңы йыл алдынан барыбыҙ ҙа ниндәйҙер мөғжизәгә ышанабыҙ. Балалар бигерәк тә изге уй-хыялдарын тормошҡа ашырыусы Ҡыш бабайҙы түҙемһеҙләнеп көтә. Ошо уңайҙан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Серле Ҡыш бабай» Яңы йыл хәйриә акцияһын башлап ебәрҙе. Акция 1 декабрҙән 25-енә тиклем дауам итәсәк.  

Етемдәргә, мөмкинлеге сикләнгәндәргә мөғжизә бүләк ит
Етемдәргә, мөмкинлеге сикләнгәндәргә мөғжизә бүләк ит

Театр һәр теләүсегә изге эш эшләргә һәм ошо бәләкәй генә шатлыҡтан мәхрүм ҡалған балаларҙың хыялын тормошҡа ашырырға тәҡдим итә. Атап әйткәндә, «Серле Ҡыш бабай» булырға һәм балаларға әкиәт бүләк итергә. Бының өсөн Башҡорт дәүләт академия драма театры кассаһында ғына балалар өсөн Яңы йыл тамашаларына билет һатып алырға һәм уларҙы махсус йәшниктә ҡалдырырға кәрәк. Артабан тылсымлы билеттар етем балаларға, социаль-реабилитация үҙәктәрендә тәрбиәләнеүселәргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға бүләк ителәсәк.

«Акцияның маҡсаты -  етемдәрҙең проблемаларына кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү. Күберәк биргән һайын, һиңә тағы ла күберәк ҡайта, тиҙәр бит. Шуға күрә ысын театр залында ултырып, әкиәт ҡарарға мөмкинлеге булмаған балаларға мөғжизә бүләк итергә теләйбеҙ. Бер-беребеҙгә изгелеклекле булайыҡ», - ти театрҙың реклама һәм маркетинг бүлеге етәксеһе Ирина Захарова.

Драма театрында Яңы йыл тамашалары 21 декабрҙә башлана һәм 8 ғинуарға тиклем дауам итә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в