Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2022, 16:39

«Экспорт форсажы» фермерҙарға ярҙамға килә

Бөгөн Башҡортостан аграрийҙары өсөн уҡыуҙар башланды.

«Экспорт форсажы» фермерҙарға ярҙамға килә
«Экспорт форсажы» фермерҙарға ярҙамға килә

Башҡортостан аграрийҙары «Экспорт форсажы: агросәнәғәт комплексы» акселераторында курс үтә. Был хаҡта БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

– Сит ил контрагенттары менән грамоталы аралашыу экспорт проектын уңышлы тормошҡа ашырыуҙың төп нигеҙҙәренең береһе. Акселератор барышында ҡатнашыусылар клиенттарҙы йәлеп итеү һәм халыҡ-ара ышаныслы партнер статусын алыу серҙәренә төшөндө, – ти Маргарита Болычева.

Акселераторҙа эшлекле һөйләшеүҙең бөтә этаптары, эшлекле хат яҙыу ҡағиҙәләре, продукцияны презентациялау, Ричард Льюис буйынса культураларҙы бүлеү ҡаралды.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: