– Ете йыл элек, 1 декабрҙә, «Башҡортостан Республикаһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында» закон ҡабул ителә. Һөнәри байрамыбыҙҙы ошо көн айҡанлы үткәрәбеҙ ҙә инде.
Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм. Пандемия осоронда ла, хәҙер ҙә һеҙ бик ҡатмарлы бурыстарҙы лайыҡлы башҡараһығыҙ. Илгә еңергә һәм яңы бейеклектәргә күтәрелергә ярҙам итәһегеҙ. Иҡтисадты, оборонаны нығытығыҙ.
Икенсе йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары рейтингында беренсе урынды биләйбеҙ, ә беҙҙең Сәнәғәтте үҫтереү фонды даими рәүештә иң яҡшы бишәү иҫәбенә инә.
Өҫтәүенә беҙ перспективалы проекттар хаҡында ла онотмайбыҙ. Был – пилотһыҙ аппараттар, электр транспорты, нанотехнологиялар. Кисә «Сәнәғәт сәғәте»ндә беҙ техник реабилитация саралары һәм реабилитация ҡорамалдары етештереүҙе үҫтереү тураһында мөһим ҡарарҙар ҡабул иттек. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Был көндө һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем, – ти ул ҡотлау һүҙендә.
Фото: Т. АМАНОВ.