Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2022, 10:46

Байыҡ сәсән

Байыҡ Айҙар (1 декабрь 1710 йыл — 10 октябрь 1814 йыл) — сәсән, шағир-импровизатор, башҡорт халҡының азатлығы өсөн көрәшеүсе. #Йәшлек #ЮлайКәримов

Байыҡ сәсән
Байыҡ сәсән

Байыҡ сәсән Златоуст өйәҙенең Мырҙалар волосындағы Мәхмүт ауылында 1710 йылдар тирәһендә тыуған. 1812 йылда башҡорт халҡын француз яуына ҡаршы саҡырған өндәмәһендә: «Йөҙ йыл буйын уйлаған» — тигән юлдары ла юҡтан тыумаған. Ул XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдарының, Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышының һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы осоро ваҡиғаларының шаһиты булған.

Байыҡ Салауаттың атаһы Юлай, уның атаһы Аҙналы менән Әй буйын биләгән Байназар тархандың улы булған. Байназар тархандың биш улы: өлкәне Байыҡ, икенсеһе Танып, өсөнсөһө Тайып, дүртенсеһе Ҡайып, бишенсеһе Танһыҡ булған.

Үҙе сәсән булып, Байыҡ атаһынан йәшләй айырылған, ил гиҙгән. Үҙ алдына көн иткән Тайыбы Аҙналы тархандың ҡыҙын урлаған да был диярҙа тормаған, ҡаҙаҡ араһына тайған. Танып менән Ҡайыбы бер яуҙа ғәйеп булған. Байназар төпсөк улы Танһыҡ менән көн күргән.

Байыҡ Айҙарҙың башҡорт халҡының гимнына әүерелгән «Урал» йырын сығарыуы уны башҡа сәсәндәрҙән айырып тора һәмтағы ла данлыраҡ итә.

« Урал йыры иң тәү "Йәйләүек", һуңынан "Ете ырыу", унан "Урал" булып киткән", »

 — тип яҙа үҙенең «Сәсән аманаты» китабында Мөхәмәтша Буранғолов. Мәхмүт сәсән булған ерендә «Урал» йырын йырлар алдынан, уны Байыҡ сәсән сығарғанлығы хаҡында мәғлүмәт биреп башҡарған.

  • 2008 йылдың мартында Байыҡ сәсәндең тыуған төйәге Мәхмүттә башҡорт халҡының аҫыл улына уның вариҫтары һәйкәл асты.
  • Салауат районының Арҡауыл ауылындағы урта мәктәп Байыҡ сәсән исемен йөрөтә.
  • Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы (2015) айҡанлы интернет селтәрендә Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе үткәрелә.

 

"Башҡорт Википедияһы."

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: