Башҡортостандың эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Флүр Әсәҙуллин райондарҙа эшләгән бизнес-омбудсмендар менән видеобәйләнеш ярҙамында осрашты.
– Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдәрҙең йәмәғәт ярҙамсылары һәр муниципалитетта эшләй. Улар - әүҙем һәм битараф булмаған эшҡыуарҙар. Улар үҙ район-ҡалаһында лидер булып тора, йүнселдәр улар менән кәңәшләшә, ярҙам ала, - тип белдерә Флүр Әсәҙуллин.
Сарала йәмәғәт ярҙамсылары райондарҙағы эштәр менән таныштырҙы. Даими ҡабул итеүҙәрҙән тыш, ярҙамсылар бизнесты алып барыу, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, административ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу буйынса консультациялар үткәрә, «түңәрәк өҫтәл»дәр һәм кәңәшмәләр ойоштора.
Шулай уҡ йәмәғәт ярҙамсылары эшҡыуарҙарҙың һорауы буйынса тикшереүҙәрҙә ҡатнаша ала.
Йәмәғәт ярҙамсылары тураһында тулыраҡ: https://upp.bashkortostan.ru/about/8561/. Уларға яҙылыу өсөн телефон һандары: (347) 218-18-18.