Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Декабрь 2022, 15:47

Бөгөн сәнәғәт хеҙмәткәре көнө

Радий Хәбиров сәнәғәтселәрҙе һөнәри байрамы менән ҡотланы.

«Бөгөн Башҡортостандың сәнәғәт хеҙмәткәре көнө билдәләнә. Беҙҙең сәнәғәт предприятиеларында эшләгән һәр кемгә рәхмәт. Тырыш хеҙмәтегеҙ менән иҡтисадты нығытаһығыҙ, беҙҙең илдең һәм республиканың киләсәген төҙөйһөгөҙ. Армияға ярҙам итәһегеҙ – махсус операцияға кәрәк-яраҡтар, гуманитар ярҙам ебәрәһегеҙ.

Сәнәғәт тармағы тулайым төбәк продуктының яҡынса өстән бер өлөшөн тәьмин итә. Башҡортостан – бик күп өлкәлә лидер, артабан төбәк йылдам үҫешер тип ышанам.

Икенсе йыл рәттән беҙҙең республика – Рәсәйҙә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа иң яҡшыһы. Сәнәғәтт үҫтереү фонды илдең иң алдынғы бишәү иҫәбенә инә.

Беҙ ҙур һәм бәләкәй предприятиеларға берҙәй ярҙам күрһәтәбеҙ, бергәләп мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. «Сәнәғәт сәғәттәре» үткәрәбеҙ, льготалы заемдар, преференциялар бирәбеҙ. 

Ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың сәнәғәте үҫешеүен дауам итә – һуңғы ун айҙа ғына 3 процентҡа. Был – беҙҙең республика өсөн яҡшы нигеҙ», – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в