- Мебель етештереүҙә ыңғай динамиканы, беренсенән, эре сит ил уйынсыларының китеүе, икенсенән, ярҙам саралары, өсөнсөнән, мебель кластеры булдырыу менән бәйләйбеҙ. Быйыл республика бюджеты менән урман сәнәғәте комплексы предприятиеларына, шул иҫәптән техникаға һәм ҡорамалдарға сығымдарҙы «мебельсыларға» субсидиялауға 74,6 миллион һум ҡаралған. 2022 йылда төбәктең Сәнәғәтте үҫтереү фонды мебель предприятиеларының 5 проектын 90 миллион һумға финанслаған. Мебель кластерына килгәндә, унда дөйөм 775 миллион һумлыҡ 14 проект тормошҡа ашырыласаҡ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.