— Хөрмәтле Рим Мәхмүт улы, ҡәҙерле дуҫтар, бөгөн мин ошо матур юбилей кисәһенә килмәйенсә булдыра алманым. Беҙ маэстроға, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ҙур рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Һеҙгә килер алдынан йырҙарығыҙҙы ҡарап сыҡтым. Беҙ «Ҡышҡы романс», «Өфө йүкәләре», «Юҡҡа түгел» йырҙарына үҫкән быуын — былар барыһы ла һеҙҙеке.
Һеҙ бүләк иткән флешка өсөн рәхмәтлемен. Бөгөн райондарға йөрөгәндә һәр ваҡыт һеҙҙең йырҙарҙы тыңлайым. Һеҙ, шис шикһеҙ, бөйөк музыкант, һәм һеҙҙең жанр йырҙар ғына түгел. Был ҙур йыр-моң донъяһы. Һеҙҙе оло хөрмәт һәм мөхәббәт менән юбилейығыҙ менән ҡотлайым! — тине Радий Хәбиров.