Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь 2022, 10:38

Был колледжда «Янғын хәүефһеҙлеге» белгеслеге әҙерләнә

Республикабыҙҙа тәүге тапҡыр Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы Йылдам профессиональ әҙерлек үҙәге менән берлектә «Максималь осоу ауырлығы 30 килограмм һәм унан кәмерәк булған бер йәки бер нисә пилотһыҙ һауа судноһын үҙ эсенә алған пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу» квалификация күтәреү программаһы буйынса уҡыусыларҙы «Янғын хәүефһеҙлеге» белгеслегенә әҙерләй башланы.

Был колледжда «Янғын хәүефһеҙлеге» белгеслеге әҙерләнә
Был колледжда «Янғын хәүефһеҙлеге» белгеслеге әҙерләнә

– Пилотһыҙ осоу аппараттары – ул юғары технологиялы тармаҡтарҙа донъя баҙарының әүҙем үҫешеүсе сегменты. Улар төрлө өлкәләрҙә ҡулланыла ала: археология, геология, аэрофототөшөрөү, юлһыҙ һәм хәүефле объекттар мониторингы, янғын һүндереү эше һәм башҡалар. Пилотһыҙ аппараттар башҡарған бурыстарҙың артыуы менән квалификациялы кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе көнүҙәккә әйләнде, – ти республикабыҙҙың  мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Компетенция пилотһыҙ авиация системаһы менән идара итеү һәм уны файҙаланыу, техник хеҙмәтләндереү, асыҡлау һәм бөтөрөү, пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итеү өсөн файҙаланылған техник саралар һәм ҡорамалдар ҡулланыуҙы үҙ эсенә ала.

Курстарҙа студенттар ҡорамалдарҙы уйлап сығара, конструкциялай, техник хеҙмәтләндереүҙе бойомға ашыра, уларҙың төҙөк булмауын туҡтата һәм бөтөрә, пилотһыҙ авиация системалары менән идара итеү системаларын программалай.

- Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү һәм файҙаланыу буйынса белгестәребеҙ өсөн эшкә урынлашыуҙың төрлө варианттары мөмкин. Улар коммерция ойошмаларында ла, дәүләт структураларында ла, ҙур һәм бәләкәй ойошмаларҙа ла йәки туранан-тура шәхси клиенттар менән, коллективта йәки шәхси рәүештә эшләй ала. Дөйөм йәки тар махсуслашыу булырға мөмкин, - тип өҫтәне Айбулат Хажин.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: