Киң мәғлүмәт сараларында Азат Бадрановтың үтенесе баҫылып сыҡты. Ул Учалы районынан яҡташыбыҙҙың батырлығы тураһында һөйләүҙе үтенгән. «Амур» позывнойлы хәрби Артиллерист көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан генерал Шайморатов орденын алғайны.
– Амур махсус хәрби операцияның Херсон йүнәлешендә легендаға әүерелде. Ул бер көндә ҡаршы яҡтың ике ротаһын юҡ иткән. Ә һуңыраҡ поляк артиллерия батареяһын асыҡлаған һәм уны ла тар-мар иткән. Бындай егеттәр беҙҙең республикабыҙҙы таныта! Учалы районында уны ҡатыны һәм ике сабыйы көтә, улар ҡәҙерлеһе менән ғорурланһын ине, – тигән Азат Бадранов.
Азат Шамил улы иңгә-иң тороп көрәшкән батырҙар тураһында һөйләүҙе дауам итәсәген белдергән.
Ноябрь башында БР Хөкүмәте вице-премьеры СВО-ға юлланғайны, ул М. Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны сафында көрәшә.