Тейешле ҡарарға үҙгәрештәр индереү проектын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хупланы.
– Быйыл республиканың ауыл хужалығын үҫтереүгә, профилле дәүләт программаһы сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, яҡынса 5 миллиард һум йүнәлтелгән. Шуның 3 миллиард һумы тиерлек - федераль бюджет аҡсаһы, – тине Андрей Назаров. – Геосәйәси үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, республиканың агросәнәғәт комплексы ярайһы уҡ әүҙем үҫешә. Бында беҙ күп күрһәткестәр буйынса алда барабыҙ. Төбәктә ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләмдәренең үҫеш темпы 125 процент тәшкил итә. Аграрийҙар иген культураларынан рекордлы - 5 миллион тоннанан ашыу уңыш йыйған. Малсылыҡ мал аҙығы менән 2 йыл алға тәьмин ителгән. Техника паркы әүҙем яңыртыла.
10 айҙа яҡынса 10 миллиард һумға 2590 берәмек техника һатып алынған. Республикала 100 мең тоннаға яҡын минераль ашлама һатып алынған – был һуңғы биш йылдағы иң юғары күрһәткес, тип өҫтәне Андрей Назаров. Бындай һөҙөмтәләргә ваҡытында күрһәтелгән бөтә кимәлдәрҙәге дәүләт ярҙамы арҡаһында өлгәшелде. «Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү» дәүләт программаһына төҙәтмәләр индереү тураһында БР ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Нуриәхмәтов һөйләне. Проект буйынса ғәмәлдәге индикаторҙың күрһәткестәренә төҙәтмәләр индереү, шулай уҡ яңыларын индереү ҡаралған, тип аңлатты ул. Улар араһында 2020 йыл кимәле менән сағыштырмаса хаҡтарҙа бөтә категория хужалыҡтарында ауыл хужалығы продукцияһын һәм аҙыҡ-түлек етештереү индексы, дәүләт ярҙамы алған ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең ауыл туризмы объекттарына килгән туристар һаны, етештереү күләменең артыуы һәм башҡалар.
Шулай уҡ 2023 йылдан Башҡортостандың ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһында яңы саралар ҡаралған. Атап әйткәндә, халыҡ хужалыҡтарында ла картуф һәм йәшелсә етештереү һәм һатыу үҫешен дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Улар картуф һәм асыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереүгә сығымдарҙың, картуфтың һәм (йәки) йәшелсә культураларының элиталы орлоҡтарын, шул иҫәптән йәшелсә культуралары гибридтарын һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы күҙ уңында тота. Киләһе йылда ошо маҡсатҡа 65,8 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана.