Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында ҡатын-ҡыҙҙар эштән һуң мобилизацияланған хәрбиҙәр өсөн кейем тегә. Был эште Ғәлиә Бикбаева һәм Динара Мурашева башлап ебәргән. Улар көндөҙ эштә булһа, ә кисен теген машинаһы артына ултыра. «Әгәр беҙ улдарыбыҙға, ирҙәребеҙгә ярҙам итмәһәк, кем итер?» - ти ҡатын-ҡыҙҙар.
- Ауылыбыҙҙан мобилизацияланғандарҙың әсәләре, ҡатындары интернетта асҡан төркөм бар. Беҙ егеттәргә ебәреү хаҡында яҙышабыҙ. Һәм балаклава тегергә ҡарар иттек, - ти Ғәлиә Наил ҡыҙы.
Тәүге кейемдәрҙе тегеүгә ҡатын-ҡыҙҙар үҙ аҡсаһына туҡыма һатып алған. Район хакимиәте изге башланғысты белеп ҡалғас, ҡатындарға ике рулон флис туҡыма һатып алып биргән.
- 11 октябргә тиклем район хакимиәте 150 балаклава әҙерләү бурысын ҡуйғайны. Бынан алда Ҡазанға 25-те ебәргәйнек. Бурысты үтәнек. Киләсәктә эске кейем тегә башларға ниәтләйбеҙ, - ти Ғәлиә Бикбаева.
Шулай уҡ Олокүлдә гуманитар ярҙам йыйыу пункты ла асылған. Унда теләгән һәр кем ярҙам аҡса йә кейем-һалым, кәрәк-яраҡ һалырға мөмкин. Ирекмәндәр штабы Карла Маркс урамы, 80-се йорт адресы буйынса эшләй.