Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2022, 15:22

Туймазыла һуғыш ветеранына емерек фатир биргәндәр

95 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаһы буйынса яңы фатир алған.

Туймазыла һуғыш ветеранына емерек фатир биргәндәр
Туймазыла һуғыш ветеранына емерек фатир биргәндәр

Үкенескә күрә, инәй ҡартайған көнөндә ҡыуана-ҡыуана яңы өйөн туйлайһы урынға кеше тупһаһында йәшәргә мәжбүр. Сөнки урындағы хакимиәт биргән фатирға газ үткәрелмәгән, иҙән түшәлмәгән, хатта фатирҙарҙы бүлеп торған диуар ҙа емерелеп төшкән. Видеояҙманан күренеүенсә, ул монтаж күбеге менән генә эләктерелгән булған.

«Минең өләсәйемә 95 йәш. Туймазы ҡалаһы хакимиәте уға бына ошондай фатирҙа йәшәргә тәҡдим итә», — тип яҙған социаль селтәрҙә Людмила Сидорчук.

Ветерандың яҡындары ялыу яҙған. РФ Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин хәлде контролгә алған. Шулай уҡ республика прокуратураһы ветеранға бирелгән фатир техник һәм санитар-эпидемиологик талаптарға яуап бирмәй тип тапҡан.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: