Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2022, 20:46

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты ғәмәлдә

Башҡортостанда «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекттына туңдырма һатҡан ойошма ҡушылды.

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты ғәмәлдә
«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты ғәмәлдә

«Милк-Трейд» - Башҡортостанда иң ҙур туңдырма дистрибьюторы. Ул «Хеҙмә етештереүсәнлеге» милли проектына ҡушылды. Килешеүгә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡул ҡуйҙы.

– Һаҡсыл етештереү алымдары сауҙа өлкәһендә лә яҡшы һөҙөмтә бирә. Дөрөҫ булмаған логистика, артыҡ запастар, ваҡыт етмәүе ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе «Милк-Трейд» компанияһы алты ай дауамында БР Компетенциялар үҙәге белгестәре ярҙамында хәл итәсәк. Предприятие милли проектҡа 144-се булып ҡушылды, - тине Рөстәм Моратов.

«Милк-Трейд» Рәсәй һәм сит ил продукцияһын һата. «Башҡорт туңдырмаһы», «Көмөш ҡар», «Фронери Рус» кеүек билдәле компанияларҙың рәсми вәкиле. Унда 140 кеше эшләй. Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгенә тауар ташыу өсөн үҙенең ҙур автомобиль паркы бар. Компетенциялар үҙәге белгестәре ошо көндәрҙә предприятиела эш башалясаҡ. Иң тәүҙә эшсе төркөмдө уҡытыу һәм пилот проектын һайлау бурысы тора.

Милли проектта ҡатнашыусыларға финанс ярҙам булараҡ инвестиция сығымдарының 90 процентын килемгә һалымды 20 проценттан 10 процентҡа кәметеү иҫәбенә ҡаплау мөмкинлеге бирелә. Пилот проектты тормошҡа ашырғандан һуң предприятиелар производствоны киңәйтеүгә субсидия аласаҡ. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: