Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2022, 08:01

Өфөгә Ҡаҙағстандан ҙур делегацияның килеүе көтөлә

14 - 17 декабрҙә баш ҡалала халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтә.

Өфөгә Ҡаҙағстандан ҙур делегацияның килеүе көтөләӨфөгә Ҡаҙағстандан ҙур делегацияның килеүе көтөлә
Өфөгә Ҡаҙағстандан ҙур делегацияның килеүе көтөлә

Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Ырымбурҙа үткән XVIII Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы хаҡында һөйләне. Ҡаҙағстан Башҡортостандың иң төп партнерҙарының береһе: был ил менән республикабыҙҙың тауар әйләнеше иң ҙуры.

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади әйләнешендә Ҡаҙағстан 9 процент өлөш менән икенсе урынды биләй. 2022 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында ул 332 миллион долларҙы тәшкил иткән, был былтырғы күрһәткестәрҙән 11,5 процентҡа юғарыраҡ. Өфөлә 14 - 17 декабрҙә үтәсәк халыҡ-ара бизнес аҙналығында Ҡаҙағстандан ҙур делегацияның ҡатнашыуы көтөлә.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас