Быйыл декабрҙән Өфө - Белорет маршруты буйынса көн һайын ҡала яны поездары йөрөй башлаясаҡ. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғарипов һөйләгән.
Руслан Ғарипов һүҙҙәренсә, «Көнсығыш экспресс» республикалағы иң ҡатмарлы трассаларҙың береһенә йөкләмәне кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.
«Республика халҡы Белоретҡа барыу өсөн тимер юлы транспортын һайлай аласаҡ», - тине Ғарипов.
Республикала тимер юлы транспортында пассажир ташыуҙы былтырҙан үҫтерә башланылар. Экспресс-поездар Өфө-Күмертау-Ырымбур, Өфө- Айғыр, Өфө-Приют-Абдулла маршруттары буйынса йөрөй. Төбәк халҡы ҡала яны поездары менән ҙур теләк менән файҙалана. Әйтәйек, 2022 йылда 3,6 миллион кеше тимер юлы транспорт менән йөрөр тип көтөлә. Был былтырға ҡарағанда 20 процентҡа күберәк. Халыҡты 69 поезд, шул иҫәптән «Орлан» һәм «Ҡарлуғас» инновациялы поездары хеҙмәтләндерә.
Әйткәндәй, бынан алдағы министр А. Булушев, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, вазифаһын ҡалдырҙы.