Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2022, 16:30

Белорет паркын төҙөкләндереү проекты Парижда үткән ярышта еңде!

Ошоноң өсөн Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты кураторы Ольга Сарапулова Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнде.

Белорет паркын төҙөкләндереү проекты Парижда үткән ярышта еңде!
Белорет паркын төҙөкләндереү проекты Парижда үткән ярышта еңде!

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты кураторы Ольга Сарапулованы Григорий Аксаков ордены менән бүләкләне.

– Бер аҙна элек беҙ йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эшенә йомғаҡ яһаныҡ, Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсы һөҙөмтәләрен барланыҡ. Беҙҙең 20 муниципалитет Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институтын беркетелгән. Институт Белоретта төҙөкләндергән парк халыҡ-ара кимәлдә танылыу яуланы, – тине Радий Хәбиров. 

Белорет паркын төҙөкләндереү буйынса «Офоҡ аша атла» проекты Париждағы BLT Built Design Awards конкурсында «Ландшафт» номинацияһында еңеү яулап, халыҡ-ара архитектура-дизайнер премияһына лайыҡ булғайны. 

– Беҙҙең йәш коллективҡа һәм проекттарыбыҙға ышанғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Радий Фәрит улы! Һеҙҙең ныҡышмаллылығыҙ, Хөкүмәт ярҙамы менән проекттарҙы тормошҡа ашыра алдыҡ, - тине Ольга Сарапулова.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в