+1 °С
Болотло
Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә тышҡы иҡтисади сәйәси бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
Институт Өфөлә урынлашасаҡ, ә Ҡаҙағстандың почелы консулы булып Семен Пилюгин тәғәйенләнәсәк.
«Институтты булдырыуҙы раҫлаған кәрәкле документты ноябрҙә алдыҡ. Бөтә вәкилдәрҙең контакттары сайтҡа ҡуйылды», — тине Маргарита Болычева.
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади әйләнешендә Ҡаҙағстан 9 процент өлөш менән икенсе урынды биләй. 2022 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында ул 332 миллион долларҙы тәшкил иткән, был былтырғы күрһәткестәрҙән 11,5 процентҡа юғарыраҡ.