Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2022, 18:06

«Ҡыш бабайға хат» проекты форматын үҙгәртте

Өфөнө үҫтереү йәмәғәт фонды 2003 йылдан алып йыл һайын «Ҡыш бабайға хат» балалар республика хәйриә проектын уҙғара.  Быға тиклем балалар үҙҙәренең изге эше хаҡында хат яҙҙы, уларҙың иң яҡшылары баш ҡалаға Яңы йыл шыршыһына саҡырылды.  Һуңғы 2 йылда проект икенсе форматта уҙғарылды - яңғыҙ ололарға ярҙам күрһәтелде. Яңы йыл алдынан уларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы бүләк ителде.  Быйыл проект тағы ла форматын үҙгәртә.

«Ҡыш бабайға хат» проекты форматын үҙгәртте
«Ҡыш бабайға хат» проекты форматын үҙгәртте

Быйыл, 28 декабрҙә, ҡала Мәҙәниәт һарайында ике Яңы йыл шыршыһы уҙасаҡ. Тәүгеһенә Учалы, Көйөргәҙе райондары һәм Күмертау ҡалаһы балалар йорттарынан балалар (уларҙың бер өлөшө ЛНР һәм Донецк Халыҡ республикаларынан мәжбүри күскенселәр), Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил ҡарамағындағы Балалар йәмәғәт советында ҡатнашыусылар (бөтә республиканан) һәм «Ярҙам итеү һәм ижад итеү еңел» проектында ҡатнашыусылар саҡырыла.

Икенсе шыршы байрамына ЛНР һәм ДНР-ҙан, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән ваҡытлыса йәшәү урынында көн күргәндәр һәм Өфө ҡалаһынан (яңы ғына нигеҙләнгән һәм яңы тормош башлағандарҙы) мәжбүри күскенселәр йыйыласаҡ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: