28 ноябрҙән 2 декабргә тиклем Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәшғүллек үҙәктәре менән берлектә Халыҡ-ара ғәриптәр көнөнә арналған акция үткәрә. Республикала ғәриптәрҙе эшкә алған эш биреүселәргә бик дәртләндереү сараһы ҡаралған. Бушлай уҡыуҙар һәм эш шарттарын яҡшыртыу ҡарала. Акция үткәрелгәндән алып унда 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Инвалидтарҙың эш урынын яҡшыртыуға һәм йыһазландырыуға 125 ойошмаға 9,5 миллион һум күләмендә субсидия бирелгән.
– Акцияның төп маҡсаты – мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың проблемаларын асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, мәшғүллек үҙәктәре ойошторған саралар хаҡында мәғлүмәт биреү. Акция барышында мәшғүллек үҙәктәрендә төрлө саралар үтәсәк: түңәрәк өҫтәлдәр, махсус йәрминкәләр һәм уҡыу урындары, «ҡыҙыу элемтә» профориентация саралары ойошторола, – ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Инвалидтарҙың эш урынын яҡшыртыуға һәм йыһазландырыуға аҡса төбәк бюджетынан бүленә:
– инвалидтар өсөн эш урынын булдырыу (3-сө төркөм инвалидын эш менән тәьмин итеүгә 80 мең һум, I һәм II төркөмгә – 100 мең һум);
– инвалидтарҙың инфрастуктура менән ҡаршылыҡһыҙ ҡулланыу шарттары булдырыуға. – 100 мең һумға тиклем;
– инвалидтарҙы әҙерлек остаз менән эшкә өйрәтеүгә – 22,9 мең һум айына.