Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2022, 11:00

Башҡортостан предприятиелары федераль сауҙа селтәренә инде

#ПродуктыБАшкортостана

Башҡортостан предприятиелары федераль сауҙа селтәренә индеБашҡортостан предприятиелары федераль сауҙа селтәренә инде
Башҡортостан предприятиелары федераль сауҙа селтәренә инде

«Башҡортостан продукты» проекты дипломанттары үҙенең продукцияһын республика һәм федераль сауҙа селтәрҙәре кәштәләренә сығара. Килешеү Мәскәүҙә сауҙа-һатып алыу конференцияһында төҙөлгән. Сарала Башҡортостандан 150-нән ашыу предприятие ҡатнашҡан. 

Атап әйткәндә, хәҙер Башҡортостан продукттары «Магнит», «Лукошко», Everyday, «Пятерочка» магазиндарына һатыуға ҡуйыласаҡ. Проект ҡатнашыусылары икмәк һәм кондидер ризыҡтарын, айыртылмаған һәм әсетелгән һөт продукцияһын, ит ярымфабрикаттарын, йәшелсә-емеш һатырға йыйына. 

- Сауҙа-һатып алыу конференцияһы - үҙ-ара юғары килемле хеҙмәттәшлек булдырыу маҡсатында үткәрелгән сара. Ритейл вәкилдәре хеҙмәттәшлеккә әҙер, сөнки республика етештереүселәре ихтыяж менән файҙалана, халыҡты сифатлы ризыҡтар менән тәьмин итә, - сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Эшлекле осрашыу баҙарҙың иң төп ҡатнашыусыларын берләштерергә, уларҙың хеҙмәттәшлеген нығытырға ярҙам итте. Һөйләшеүҙәр барышында компанияларҙың талаптары, производство мөмкинлектәре һәм үҙенсәлектәре менән таныштылар.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас