Тантаналы сарала гүзәл заттарыбыҙға Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалдары һәм Почет грамоталары тапшырылды. Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал Таулыҡай ауылынан хеҙмәт ветераны Хәлиҙә Фәхретдинова менән Ниғәмәттән мәғариф ветераны Рәйсә Иҫәнбаеваға тапшырылды.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Маҡтау ҡағыҙы түбәндәгеләргә бирелде:
- Нәркәс Ғәйнуллина (Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары),
- Зөлфиә Сафина ("БаймаҡТВ" директоры),
- Эльвира Мукаева (Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәлүмәт-методика үҙәгенең Көньяҡ филиалы мөдире),
- Миңзәлә Үҙәнбаева (Ғүмәр ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе),
- Дилбәр Хоҙайбирҙина (хеҙмәт ветераны, Мерәҫ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе).
Әсәйҙәрҙең барыһын да байрам менән ҡотлайым! Уларға һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм именлек теләйем!