1 декабрҙә Көньяҡ-көнсығыш мәшғүллек үҙәгендә «Аркада» һәм «Заспорт» компанияларына күләмле һайлап алыуҙар үтәсәк. Стәрлетамаҡта һәм Ишембайҙа халыҡҡа 800-ҙән ашыу эш урыны тәҡдим итәсәк.
– Асыҡ кадрҙар һайлап алыуы – был яңы формат, – тип аңлата БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Сарала һәр ҡатнашыусы компания вәкилдәре менән аралаша ала. Эш биреүселәр потенциаль хеҙмәткәрҙәрҙе баһалаясаҡ, һорауҙар бирәсәк. Был вакансияларға яҡшы компетенциялы һәм маҡсатҡа ынтылышлы кешеләрҙе һайлап алырға мөмкинлек бирәсәк, - ти Ленара Иванова.
«Аркада» махсус кейем етештерә, «Заспорт» фабрикаһы спорт кейеме тегеүгә махсуслашҡан. Компаниялар яҡшы хеҙмәт хаҡы, уңайлы хеҙмәт шарттары һәм график, тулы социаль пакет, карьера төҙөү мөмкинлеге вәғәҙәләй.
«Алға» махсус иҡтисади биләмәһе резиденттарына 800 тегенсе талап ителә. Уларҙы әҙерләү өсөн «Башҡортостанда хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү» дәүләт программаһы буйынса уҡыуҙар ойоштороласаҡ.