Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2022, 11:20

Өфөлә Бөтә Рәсәй хоҡуҡ форумы үтә

Сара Юрист көнөнә һәм Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһенә 15 йыл тулыуға арнала.

Өфөлә Бөтә Рәсәй хоҡуҡ форумы үтә
Өфөлә Бөтә Рәсәй хоҡуҡ форумы үтә

4 декабрҙә Өфөлә VIII «Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы – беҙҙең заман йүнәлеше» Бөтә Рәсәй хоҡуҡ форумы үтә. Сара Юрист көнөнә һәм Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһенә 15 йыл тулыуға арнала.

Форум хоҡуҡ фәненең социаль әһәмиәтен һәм хәҙерге заман шарттарындағы гуманитар бурыстарын билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. «Гуманитарная миссия права – ориентир нашего времени» түңрәк өҫтәлендә лә ошоға бәйле һорауҙар ҡараласаҡ. Ҡатнашыусылар илдең гуманитар сәйәсәте, Рәсәй хоҡуҡи киңлегенең берҙәмлеген һаҡлау, ассоциацияның гуманитар проекттары хаҡында һөйләшәсәк.

- Махсус хәрби операция, мәжбүри күсеп килеүселәр һәм яңы биләмәләрҙең ҡушылыу йәшәү шарттарыбыҙҙы ярайһы ғына үҙгәртте. Беҙҙең бурыс - бөтә өлкәләрҙә лә дөрөҫ йүнәлеш билдәләү, шул иҫәптән юрисдикцияла. Хәҙерге шарттарҙа гуманитар миссияны киңәйтергә һәм нығытырға, халыҡ өсөн эшләргә кәрәк. Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе бында мөһим роль уйнарға мөмкин. 15 йыл дауамында ул кеше хоҡуҡтары һағында тора һәм үҙен юғары профессиональ юристар берләшмәһе итеп танытты, - БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Сарала «Йыл юрисы» премияһы тапшырылыуы ла көтөлә.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: