Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2022, 16:17

Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиеларын үҫтереү юл картаһы раҫланасаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте йыл аҙағына тиклем балалар тауарҙары индустрияһы предприятиеларын үҫтереү юл картаһын раҫлаясаҡ, унда тармаҡҡа ярҙам механизмдары ҡараласаҡ. Был хаҡта Мәскәүҙә Балалар тауарҙары индустрияһы конгресына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләне.  

Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиеларын үҫтереү юл картаһы раҫланасаҡ
Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиеларын үҫтереү юл картаһы раҫланасаҡ

- Бөгөн республикала балалар өсөн продукция етештереүсе 80-гә яҡын предприятие эшләй. Декабрҙә республика Хөкүмәте Башҡортостанда балалар тауарҙары индустрияһы предприятиеларын үҫтереү юл картаһын раҫлаясаҡ, унда предприятиеларға финанс ярҙам саралары, шул иҫәптән уҡыу ҡорамалдары, мәктәп мебеле, яңы тыуған балалар өсөн тауарҙар һатып алыу өсөн офсет килешеүҙәре механизмы ҡараласаҡ, - тип һөйләне Александр Шельдяев.

Республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы етәксеһе билдәләүенсә, бындай предприятиелар өсөн республикалағы ярҙам сараларына ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын еңел сәнәғәт һәм мебель етештереүселәр өсөн ҡорамалдарҙы субсидиялауға бюджетҡа 90 миллион һум, сеймалды субсидиялауға 100 миллион һум һалына.

Етештереүселәр республика  биләмәһендә балалар кейеме, спорт һәм мәктәп формаһы, аяҡ кейеме, яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмалары, ойоҡ-ойоҡбаштар, балалар мебеле, уйынсыҡтар һәм уйын ҡорамалдарын  тәҡдим итә. 2020-2021 уҡыу йылынан республикала «Башҡортостан Республикаһының берҙәм мәктәп формаһы» проекты тормошҡа ашырыла.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: