Конкурс еңеүселәре беренсе урын өсөн – 50 мең һум, икенсе урынға – 30 мең һум, өсөнсө урынға 15 мең һум күләмендә аҡсалата приз менән бүләкләнәсәк.
Башҡортостандың еңел сәнәғәтендә 300-гә яҡын предприятие эшләй, уларҙа 5 меңдән ашыу кеше эшләй. 2021 йылда еңел сәнәғәт предприятиелары 11,3 миллиард һумлыҡ тауарҙар етештергән, эштәр башҡарған һәм хеҙмәттәр күрһәткән. Республика тегеүселәре 35 мең комплект махсус кейем, 65 куртка, 100 юбка һәм ҡыҙҙар өсөн салбар, 97 блузка һәм күлдәк теккән. Быйыл 9 айҙа тармаҡ баҙарға 10 миллиард һумдан ашыу продукция сығарған.
Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Өфө дәүләт технологиялар һәм дизайн колледжы, Рәсәй сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.
Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу, конкурста ҡатнашыусыларҙың ҡаҙаныштарын һәм алдынғы тәжрибәләрен пропагандалау, эшсе һөнәрҙәр буйынса белем алыу һәм эшкә урынлашыу өсөн йәштәрҙе йәлеп итеүгә булышлыҡ итеү конкурстың төп маҡсаттары булып тора. Оҫта ҡуллыларҙың ярышы күҙ уңында тотола, ул теоретик белемде тикшереү һәм практик эштәрҙе үтәүҙе үҙ эсенә ала.
Фото: Т. АМАНОВ.