Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары йылына дөйөм 600 миллион һум күләмендә ярҙам ала. Был хаҡта хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 3-сө ауыл хужалығы кооперативтары съезында белдерҙе. Сара бөгөн Өфөлә «Наш бренд» махсус күргәҙмәһенең эшлекле программаһында асылды.
– Ярҙам башлыса «Агростартап», «Агротуризм» һәм «Ғаилә фермаһы» федераль программалыр буйынса күрһәтелә, шулай кооперативтарға субсидиялар бүленә, – тине ул. – Үҫешергә теләгән фермерҙар һәм кооперативтар ярҙам ала. Бөгөн был иҡтисад секторына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, ауыл хужалығы кооперативтары ауылдарҙы үҫтереүҙә мөһим роль уйнай.
– Ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү ауыл биләмәләрен үҫтереүҙе һәм яңы мөмкинлектәр булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бөгөн уңышлы эшләгән кооперативтар бар, уларҙың дөйөм һаны беҙҙә 400 тирәһе. Уларға эше өсөн рәхмәтемде белдерәм.
Съезда ауыл хужалығы кооперацияларының мәсьәләләре буйынса БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге Ирек Саҡаев сығыш яһаны.