Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2022, 13:30

«Яҡын киләсәктә Башҡортостан алдынғы баҫҡыстарға күтәреләсәк»

Өфөлә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форум үтәсәк.

«Яҡын киләсәктә Башҡортостан алдынғы баҫҡыстарға күтәреләсәк»
«Яҡын киләсәктә Башҡортостан алдынғы баҫҡыстарға күтәреләсәк»

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андерй Назаров Федераль казначейство идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Михайлик менән осрашты. Андрей Назаров әйтеүенсә, Федераль казначействоның Башҡортостан буйынса идаралығы яҡшы эшләй.

– Республикабыҙға федераль бюджеттан ҙур аҡсалар бүленә. Быйыл 95 миллиард һум аҡса бүленде. Рәсәй казначействоһы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҙур иғтибар бүлә. Аҡсаларҙы маҡсатһыҙ файҙаланыу осраҡтары кәмене. Рәсәйҙәге ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан йылды яҡшы тамамлай, планлы рәүештә эшләйбеҙ, - тине Андрей Назаров.

Александр Михайлик һүҙҙәренсә, Башҡортостандың үҫешендә һәр яҡлап ыңғай динамика күҙәтелә.

– Ышаныс менән әйтә алам, яҡын киләсәктә Башҡортостан алдынғы баҫҡыстарға күтәреләсәк. Һеҙ төбәкте яҡшыртыуға ынтылаһығыҙ һәм дөрөҫ эшләйһегеҙ. Шуға күрә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумды башҡа ҡалала түгел, тап Өфөлә үткәрергә булдыҡ, - тине Александр Михайлик.

Андрей Назаров үҙ сиратында бының өсөн рәхмәтен белдерҙе.

– Бындай форумдар коррупцияға бәйле һорауҙарҙы хәл итергә мөмкинлек бирә. Беҙ сара һөҙөмтәле һәм уңышлы килеп сыҡһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Артабан да Башҡортостанда коррупция эшмәкәрлегенең асыҡлығын һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү маҡсатында эшен дауам итәсәк. Беҙ Федераль казначейство идаралығы хеҙмәттәшлекте бик ҡәҙер итәбеҙ, - тине Хөкүмәт Премьер-министры.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: