Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь , 11:40

Радий Хәбиров Миловка паркындағы мәктәп төҙөлөшө тамамланыуы тураһында хәбәр итте

Радий Хәбиров Миловка паркындағы мәктәп төҙөлөшө тамамланыуы тураһында хәбәр итте
Радий Хәбиров Миловка паркындағы мәктәп төҙөлөшө тамамланыуы тураһында хәбәр итте

"Миловка паркындағы мәктәп төҙөлөшөн тамамланыҡ. Был объектты ҡороу анһат булманы. Алдан асырға теләһәк тә, проблемалар барлыҡҡа килде һәм ваҡытын күсерҙек. 

Иркен һәм ҙур мәктәп 1225 урынға иҫәпләнгән. Бинала бүрт блок бар, урта һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн айырым корпустар бар. Айырым ҡаҙанлыҡ һәм трансформатор продстанцияһы ҡоролған. Кластар, мәктәптән тыш эштәр өсөн кабинеттар яҡшы йыһазландырылған, иң бәләкәйҙәр өсөн уйын бүлмәләре бар. 

Өлкәнерәк уҡыусылар өсөн лаборант урындары, китапхана, интерактив компьютер комплексы, малайҙар өсөн ағас эше оҫтаханаһы, ҡыҙҙарға кейем бесеү-тегеү оҫтаханаһы бар.

Спорт менән шөғөлләнергә яҡшы шарттар тыуҙырылған. Быға ике ҙур спорт залы, душлы кейенеү-сисенеү бүлмәләре, саңғылар һаҡлау урыны, саф һауала физкультура менән шөғөллләнеү майҙансыҡтары инә.

 Районда йорттар күпләп төҙөлә, мәктәп шуға ла бик кәрәк. Унда "Миловка паркы", "Йәштәр" биҫтәләре һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙан балалар белем аласаҡ", - тигән төбәк етәксеһе.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в