2 – Документ менән бүлешеү
Документтарҙың фотоһын смартфонда һаҡларға кәрәкмәй. Хәҙер паспорт, ИНН, СНИЛС, таныҡлыҡтар һәм башҡа мөһим мәғлүмәттәр һәр ваҡыт ҡул осонда буласаҡ. Ә улар менән мобиль ҡушымта аша бүлешергә мөмкин.
3 – Түңәрәктәргә һәм секцияларға яҙылыу
Баланы түңәрәккә йәки спорт секцияһына онлайн яҙҙырығыҙ. Уңайлыраҡ булһын өсөн фильтр ҡулланығыҙ. Уҙғарыу урыны, түләү төрө, йүнәлеше, әҙерлек кимәле һәм баланың йәше буйынса дәрестәр һайлағыҙ.
4 – Онлайн европротокол
Уның ярҙамында аварияны полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырмайынса һәм ҡағыҙ бланкылар тултырмайынса онлайн теркәргә мөмкин. Хаталар ҙа булмаҫ, сөнки форма Дәүләт хеҙмәттәрендәге мәғлүмәттәр ярҙамында автоматик рәүештә тултырыла.
5 – Транспорт сараһын һатып алыу-һатыу килешеүе
Килешеүҙе ситтән тороп, йәғни «Дәүләт асҡысы» электрон ҡултамғаһы ярҙамында төҙөгөҙ. Мәғлүмәттәр документҡа автоматик рәүештә тултырыла, килешеү барышында сервис автомобилдең юғалыу-юғалмауы йәки залогта булыу-булмауын тикшерә.
Дәүләт хеҙмәттәре «Һанлы иҡтисад» милли проекты һөҙөмтәһендә онлайн форматҡа күсә.