– Йәштәргә белем биреү, тәрбиә биреү өлкәһендә мөһим, көнүҙәк темаларҙы күтәреп, һеҙ конструктив дискуссияларға булышлыҡ итәһегеҙ, уҡытыусы һөнәренең абруйын нығытыуға өлөш индерәһегеҙ, дәүләт власы органдарының һәм ата-әсәләрҙең айырым иғтибары талап ителгәнен күрһәтәһегеҙ бит, – тип сәләмләне Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов.
Наградалар 12 төп һәм 5 махсус номинацияла тапшырылды. 2022 йылда конкурсҡа илдең 77 төбәгенән бөтәһе 989 ғариза килгән.
Рәсәйҙең мәғариф министры урынбаҫары Денис Грибов менән бергә премия лауреаттарына наградаларҙы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы, Рәсәй Мәғариф министрлығы, Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәғариф өлкәһендәге эксперттар, күренекле педагогтар һәм журналистар тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең республиканан да булыуы ҡыуаныслы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан Ирина Фәйрушина еңеүсе булды.
«Мәғарифты үҫтереү» бөтә Рәсәй конкурсы – Рәсәй Мәғариф министрлығының профессиональ журналистар коллективтары һәм шәхси авторҙар менән асыҡ диалог майҙансығы. Был – төбәк һәм федераль киң мәғлүмәт сараларының, журналистарҙың һәм блогерҙарҙың яҡтыртыу һәм Рәсәй мәктәбе тормошон популярлаштырыу өлкәһендәге ҡаҙаныштарын таныу билдәһе. Йыл һайын конкурста бер нисә йөҙ автор ҡатнаша, ғаризалар һаны 500-ҙән алып 900-гә тиклем етә. Бөтә йылдарҙа йыйылған конкурс ғаризаларының дөйөм һаны - 9000-дән ашыу.
Фото: Т. АМАНОВ.