Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2022, 14:04

Афарин, Айбулат!

Фотоһүрәттәге изге күңелле егет Белорет трассаһында машинаһы боҙолоп ултырған юлсыларға ярҙам күрһәткән. Ул өс балаһын яңғыҙы үҫтергән атай булып сыҡты.

Афарин, Айбулат!
Афарин, Айбулат!

Фотоһүрәттәге изге күңелле егет Белорет трассаһында машинаһы боҙолоп ултырған юлсыларға ярҙам күрһәткән. Ул өс балаһын яңғыҙы үҫтергән атай булып сыҡты.

Ошо көндәрҙә «Бәйләнештә» селтәрендә «Бөрйәндәр» төркөмөндәге яҙма иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. 

«Бөрйәндән изге күңелле егеткә ҙур рәхмәт әйтергә теләйем. Мин ҡыҙым менән Әүжәндән Белоретҡа китеп бара инем. Ҡағы менән Ҡаһарман ауылдары араһында машинабыҙ һүнде лә ҡабынманы ла ҡуйҙы. Бер кем дә туҡтамай. 3 сәғәт тирәһе торҙоҡ, туңдыҡ. Ниһайәт, бер егет килеп туҡтаны. Башта беҙҙе эҫе сәй менән һыйланы. Унан үҙенең йылы машинаһына ултыртты ла, ярты сәғәт тирәһе беҙҙең машинаны соҡоп, ҡабыҙып ебәрҙе. Ул «Гранта» машинаһында ине. Дәүләт номеры – 257. Рәхмәт һиңә!» - тиелгәйне яҙмала.

Бөрйәндең «Таң» гәзите редакцияһы юлсыларға ярҙам күрһәткән изге йөрәкле егетте тапҡан. Ул Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынынан Айбулат Ҡаһарманов булып сыҡҡан.

Айбулат Ҡаһарманов Бөрйән районының мәғариф бүлегендә водитель булып эшләй. 3 балаһын яңғыҙы үҫтерә. Өлкән улына – 15, ҡыҙына – 11, бәләкәй малайына 8 йәш.

-Тормош бит инде. Әсәйҙәре насар ғәҙәттәрҙе балаларына ҡарағанда өҫтөнөрәк күрҙе. Бөгөнгө көндә балаларына алимент та түләмәй, Мәскәү яҡтарында йөрөй. Балалар 5 йыл инде әсәйһеҙ. Башта ауыр булды, хәҙер өйрәнә төштөләр...

Шөкөр, балаларым үҙ аллы. Мин район үҙәгенә йөрөп эшләйем. Улар донъяны көтә, ашарға бешерә. Иртәнсәк өлкән малай һеңлеһенең сәсен үрә. “Тик-ток”тан ҡарап үреп, оҫтарып китте хәҙер. Шулай, бер-береһенә ярҙам итеп үҫеп киләләр балаларым, - ти Айбулат.

Айбулат быға тиклем таксиҙа, төҙөлөштәрҙә эшләгән. Уның ташсы һөнәре лә бар икән.

- «Фурҡан», «Мөжәүер» мәсеттәренең манараларын мин һалдым. Мейестәр сығарам. Кирбестән, газоблоктан, шлакоблоктан өйҙәр, гараждар төҙөйөм. Шулай уҡ кирбестән ҡоймалар ҙа һалам. Төп эшемдән бушаған саҡта башҡарам ул эштәрҙе. АСПК аша мал да йүнләп ҡараным да, район үҙәгенә йөрөп эшләгәс, ауырға тура килер, тип, кире ҡаҡтым, - ти Айбулат.

Белорет юлындағы ярҙамы тураһында бына нимәләр һөйләй ул:

-Йомош менән Белоретҡа китеп бара инем. Юл ситендә 8 йәштәрҙәге ҡыҙ бала менән бер ҡатын-ҡыҙ баҫып тора. Эргәләрендә – машина. Ярҙам кәрәк икәнен алыҫтан уҡ абайлағайным. Туҡтаным. Көн дә һыуыҡ ине. Шыҡырайып туңғандар икеһе лә. Шуға башта эҫе сәй эсерә һалып алдым. Мин юлға һәр ваҡыт термоста эҫе сәй алып сығам. Пассажирҙарымды сығарып тороп, тегеләрҙе йылы машинаға ултырттым да уларҙың машиналарын ҡарай башланым. Боҙолған, тип, артыҡ боҙолмаған да ине – свечаһын таҙалап, кире ҡуйғайным, машина ҡабынып китте, - ти изге күңелле егет.

Афарин, Айбулат! Ҡылған изгелегең үҙеңә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!

«Таң» гәзите мәғлүмәте.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: