Бөгөн Ишембайҙа махсус хәрби операцияла һәләк булған контракт хеҙмәте рядовойҙары Юлай Шәрәфетдинов һәм Артур Зәйнетдинов менән хушлаштылар. Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, район хакимиәте вәкилдәре, хәрбиҙәрҙең туғандары һәм яҡындары ҡатнашты.
«Хөрмәтле Раушания Нил ҡыҙы, һалдаттың яҡындары һәм туғандары, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Ошо ауыр көндәрҙә егеттәребеҙҙе һуңғы юлға оҙатабыҙ. Юлай тыуған ерен яҡлап һәләк булды. Бөгөн беҙ һәләк булған егеттәребеҙ алдында баш эйәбеҙ, уларға хеҙмәте өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Район хакимиәтенә уның исемен мәңгеләштереү буйынса эштәрҙе йөкмәтәм. Тыныс йоҡла, Юлай. Һин мәңгелеккә беҙҙең хәтерҙә», - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы яугирҙың әсәһенә улының генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Барыһы ла Юлайҙы тик яҡшы яҡтан тегә алды. Кинйәбулат ауылы мәктәбе директоры Шайморат Ғиниәтуллин һөйләүенсә, Юлай бик тыныс һәм ипле уҡыусы, үҙенең дуҫтарына ышанысылы иптәш булған. Яугирҙың исеме уның тыуған мәктәбендә һәм ауылында мәңгеләштереләсәк.
Юлай Шамил улы Шәрәфетдинов 1988 йылда Ишембай районының Кинйәбулат ауылында донъяға килә. 2009 йылда Стәрлетамаҡ һөнәри лицейын тамамлай. 2009 - 2010 йылдарҙа Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә. Шәрәфетдиновтар ғаиләһендә тағы ла ике малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнә. Ата-әсә һәр сабыйына лайыҡлы тәрбиә биргән, уларҙы илһөйәр, аҡыллы итеп үҫтергән.
Бөгөн шулай уҡ Ишембай халҡы рядовой Артур Зәйнетдинов менән хушлашты. Артур һәләк булғандан һуң генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Башҡортостан Башлығы награданы яугирҙың ата-әсәһенә тапшырҙы.
«Хөрмәтле Марсель Фәтих улы һәм Эльвира Ғәйнулла ҡыҙы, хөрмәтле Анна Олеговна, яугирҙың яҡындары һәм яҡташтары. Беҙ бөгөн бында ауыр тойғо менән егеттәребеҙҙе һуңғы юлға оҙатырға йыйылдыҡ. Артур ысын Ватан һаҡсыһы, батыр яугир ине. Һеҙҙең улығыҙ һәм тормош иптәшегеҙ хаҡында мәңге хәтерләрбеҙ. Уның исемен мәңгеләштерәсәкбеҙ, район хакимиәтенән быны тиҙ арала эшләүен һорайым. Хөрмәтле Анна Олеговна, һеҙ ике ул тәрбиәләйһегеҙ, Данил һәм Матвей, һеҙгә әйтергә теләйем, бөтә республика һеҙгә ярҙам итәсәк, улдарығыҙҙы бергәләп күтәрәсәкбеҙ. Малайҙарҙы яратығыҙ һәм һөйөгөҙ, уларҙың атаһы яҡшы кеше ине. Тыныс йоҡла, Артур, һин үҙ хәрби бурысыңды намыҫ менән үтәнең. Ауыр тупрағың еңел булһын», - тине Радий Хәбиров.
Зәйнетдинов Артур Марсель улы 1996 йылда Ишембайҙа тыуған. Стәрлетамаҡ технология колледжын тамамлаған. Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт иткәндән һуң «Башкирэнерго»ла электромонтер булып эшләгән. Артурҙы барыһы ла яҡшы яҡтан иҫкә ала. Ул тормошто яратыусан, ярҙамсыл һәм изге күңелле егет булған. Мәктәптә яҡшы уҡыған, уның йәмәғәт һәм спорт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан. Артур һөйөклө ул, хәстәрлекле тормош иптәше һәм ышаныслы дуҫ булған. Яу яланында үҙ бурысын намыҫ менән атҡарып батырҙарса һәләк булған.