Быйыл «Земля для стройки» проектына ярашлы 165 яңы ер участкаһында 3,7 миллион кв. метр ҙурлыҡта торлаҡ төҙөлә. Ер участкалары Мәләүез, Сибай, Октябрьский ҡалаларында, Өфө һәм Стәрлетмаҡ райондарында урынлашҡан. Шулай итеп, дөйөм ер участкаларының майҙаны 12,8 миллион кв. метрҙы ашып китә.
- «Земля для стройки» сервисы ярҙамында күп фатирлы йә шәхси йорт төҙөргә ниәтләнгән төҙөлөш компанияларының, инвесторҙарҙың һәм шәхсиэ шҡыуарҙарҙың мәсьәләләре хәл ителә. Уның ярҙамында ер участкаһын республика биләмәһендә генә түгел, Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгендә һайлап алырға мөмкин, - тип хәбәр итә Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.
«Земля для стройки» «Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ул ойошмаларға йорттар төҙөүгә ер участкалары һайларға, ә урындағы үҙидара органдарына ер һәм төҙөлөш менән идара итергә ярҙам итә.